Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә был конкурсты Учалы районы мәғариф идаралығы "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының "Юлдаш" радиоһы менән берлектә 5- се йыл ойоштора.
Уҡыусы балалар араһында башҡорт теленә ихтирам булдырыу, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, һөнәр һайлауға булышлыҡ итеүгә арналған конкурсты ойоштороуҙа Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы ярҙам күрһәтә.
Быйыл конкурста 80-дән ашыу ижади эш ҡаралды. Төп шарттар - яңылыҡтар уҡып ишеттереү һәм мәктәп тормошонан репортаж әҙерләү ине. Эштәрҙең 45-е финалға сыҡты, улар араһынан 13 еңеүсе билдәләнде. Учалы, Белорет, Йылайыр, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Әбйәлил, Мәләүез, Ғафури райондарынан, Силәбе өлкәһенән уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 6 февралдә Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында үтә.
Сарала "Тамыр" телеканалында оҫталыҡ дәрестәре, билдәле алып барыусылар менән осрашыуҙар, телерадиотапшырыуҙарҙа ҡатнашыу, телеүҙәккә экскурсия ҡаралған.
Әхәт Мортазин - 1986 йылдан 2018 йылға тиклем “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында хеҙмәт итте. Диктор, журналист, режиссер, актер булараҡ танылыу алды. Күп сараларҙа Башҡортостан Республикаһының рәсми тауышы булды. Радио һәм телевидение өсөн бихисап кадрҙар әҙерләне. Республиканың "алтын фондын" әҙәби әҫәрҙәр, тамашалар менән байытты. Уның эшен бөгөн уҡыусылары дауам итә.
Элемтә өсөн телефон: 8-937-158-81-70
Сәриә Рамаҙанова