+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
1 Февраль 2024, 07:29

Екатеринбургта башҡорт телендә музыка дәрестәре уҙғарыла

Екатеринбург ҡалаһында Рәйлә Ибраһимова етәкселегендә «Күгәрсен» башҡорт һәм татар фольклор өлгөлө ансамбле 1992 йылдан эшләп килә.

Екатеринбургта башҡорт телендә музыка дәрестәре уҙғарылаЕкатеринбургта башҡорт телендә музыка дәрестәре уҙғарыла
Екатеринбургта башҡорт телендә музыка дәрестәре уҙғарыла

Екатеринбург ҡалаһында Рәйлә Ибраһимова етәкселегендә «Күгәрсен» башҡорт һәм татар фольклор өлгөлө ансамбле 1992 йылдан эшләп килә.

«Йырлы һүҙ» проекты сиктәрендә Рәйлә Абдулла ҡыҙы башҡорт телендә музыка дәрестәре уҙғара. Быларҙың барыһы ла Башҡортостан Башлығы Гранты фонды ярҙамында бойомға ашырыла.

Ансамбль урынлашҡан 167-се һанлы урта мәктәптә «Күгәрсен»дә шөғөлләнгән балалар «Ҡарға бутҡаһы» байрамын сәхнәләштерҙе. Мәктәп фойеһында уҡыусыларҙың ошо темаға арналған рәсемдәр күргәҙмәһе ойошторолдо.

Сарала Башҡортостан вәкилдәре: Мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Илгиз Сәлихов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡатнашты.

«Журналыбыҙҙың һәр һанында әкиәт менән йыр бирәбеҙ, улар — баланы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индереүсе, халҡыбыҙҙың милли йолаларында тәрбиәләүсе ике ҡанат. Сәңгелдәктә ятҡан яңы тыуған бала иң беренсе булып әсәһенең бишең йырын ишетә, был моңдарҙа — ғәжәйеп көс һәм ата-бабаларыбыҙ рухы. Ҙурая төшкәс, бала өләсәһенең әкиәттәрен тыңлай башлай. Бөгөнгө көндә «Йырлы һүҙ» проекты кескәйҙәргә йырҙар, бейеүҙәр, телебеҙ аша халҡыбыҙҙың тарихы менән танышырға ярҙам итә», — тип билдәләне Лариса Хашим ҡыҙы.

Ул «Күгәрсен» өлгөлө ансамбле етәксеһе Рәйлә Ибраһимоваға, «Идея» йәмәғәт әүҙемлеге фонды президенты Михаил Самохинға, «Беҙ бергә» мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге директоры Светлана Ҡолмырҙинаға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Илгиз Сәлихов үҙ сығышында Башҡортостан менән Свердловск өлкәһенең мәғариф юҫығындағы хеҙмәттәшлеге хаҡында бәйән итте.

Рәйлә Ибраһимова утыҙ йылдан ашыу «Күгәрсен» өлгөлө ансамблен етәкләп балаларға сәнғәт арҡылы башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәтә. Уҡыусылар йырлап-бейеп кенә ҡалмаған, ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнгән. Башҡорт халҡының милли ҡоралы серҙәрен уларға Рәмил Әфтәхов менән Руслан Һәүбәнов сискән. Рәмил Әфтәхов үҙе лә сарала ҡатнашты, ҡурайҙа башҡорт көйҙәренән поппури һыҙҙырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-01/v-ekaterinburge-provodyatsya-muzykalnye-uroki-bashkirskogo-yazyka-3624925

Екатеринбургта башҡорт телендә музыка дәрестәре уҙғарыла
Екатеринбургта башҡорт телендә музыка дәрестәре уҙғарыла
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас