+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
2 Февраль 2024, 04:16

Мәктәп автобусы бәрелешкән

Республикала 15 бала ултырған автобус Volkswagen Jetta менән бәрелешкән.

Мәктәп автобусы бәрелешкәнМәктәп автобусы бәрелешкән
Мәктәп автобусы бәрелешкән

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп автобусы ҡатнашлығындағы юл фажиғәһе урынында эшләй. Авария 1 февралдә көндөҙгө сәғәт 3 тирәһендә Бельский - Йөрәктау автомобиль юлында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Volkswagen Jetta рулендәге 27 йәшлек ир мәктәп автобусы менән бәрелешкән.

Автобуста 15 бала, 6-10 класс уҡыусылары ултырған. Улар Бельский ауылынан ҡайтып барған. Уларҙың береһе лә йәрәхәтләнмәгән.

Машиналар йәмшәйгән. Бәлиғ булмаған балаларҙы ата-әсәләре алып ҡайтып киткән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-02-01/v-bashkirii-v-avtobus-s-15-detmi-vrezalsya-avtomobil-volkswagen-jetta-3626437

Автор:Дарья Субботина

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас