+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Февраль 2024, 10:43

МӘЛӘҮЕЗДӘ "БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2024" КОНКУРСЫНДА КЕМ ЕҢДЕ?

26 ғинуарҙа старт алған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2024» төбәк-ара конкурсының муниципаль этабы тамамланды.    

МӘЛӘҮЕЗДӘ "БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2024" КОНКУРСЫНДА КЕМ ЕҢДЕ?МӘЛӘҮЕЗДӘ "БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2024" КОНКУРСЫНДА КЕМ ЕҢДЕ?
МӘЛӘҮЕЗДӘ "БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2024" КОНКУРСЫНДА КЕМ ЕҢДЕ?

Конкурсанттар, атап әйткәндә Роза Вәлишина (5-се мәктәп), Флүзә Әбдрәшитова (1-се гимназия) һәм Филүзә Рәхмәтуллина (Булат Рафиҡов исемендәге Корнеевка урта мәктәбе)  Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт  гимназияһында асыҡ дәрес үткәрҙе. Төрлө мотивация ысулдарын ҡулланыу, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡытыусының коммуникация моделен билдәләү һәләте, дәрестең тәрбиәүи әһәмиәте, ҡулланылған ысул һәм алымдарҙың һөҙөмтәлелеге баһалауҙың төп йүнәлештәре булды.

Уҡытыусылар йәнә «Уҡыусылар менән Һөйләшеү», «Оҫталыҡ дәресе», «Педагогик эшмәкәрлек менән таныштырыу» тип аталған конкурс һынауҙарын үтте. Бөтә тур йомғаҡтары буйынса еңеүсе билдәләнде. Еңеүсенең исемен беҙҙең "Көнгәк" гәзитендә уҡырһығыҙ!

Лена АБДРАХМАНОВА.

https://kungak.ru/news/m-arif/2024-02-06/m-l-ezd-bash-ort-tele-m-bi-te-u-ytyusy-y-2024-konkursynda-kem-e-de-3631749 

Автор:
Читайте нас