Башҡортостанда «Лиза Алерт. Башҡортостан» ирекмәндәре хәбәрһеҙ юғалған әсәне һәм кескәй ҡыҙҙы эҙләүе тураһында хәбәр итте. Ирекмәндәрҙең мәғлүмәте буйынса, Ғафури районының Юлыҡ ауылынан 23 йәшлек Зилә Аҡбурованы һәм уның 9 айлыҡ ҡыҙы Венераны эҙләү бара. 5 февралдән уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.
«6 февралдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлегенә 35 йәшлек ирҙән 23 йәшлек ҡатынының 9 айлыҡ ҡыҙын алып сығып китеүе тураһында ғариза килде. Әлеге ваҡытта полицейскийҙар эҙләү эшен алып бара», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әсәнең билдәләре: буйы 168 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле. Ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге мамыҡ куртка, ҡара салбар, ҡара ботинка кейгән.
Баланың билдәләре: буйы 70 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле. Сәскәле алһыу куртка, ҡараһыу һоро салбар, һоро башлыҡ кейгән.
Уларҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.