-23 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль , 15:13

Өфөлә Әхәт Мортазин иҫтәлегенә «Диктор тауышы-2024» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Гран-приға Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө башҡорт лицей-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Айтуған Мөхәмәтйәнов лайыҡ булды.

Өфөлә Әхәт Мортазин иҫтәлегенә «Диктор тауышы-2024» конкурсы еңеүселәре билдәле булды
Өфөлә Әхәт Мортазин иҫтәлегенә «Диктор тауышы-2024» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

6 февралдә, танылған диктор Әхәт Мортазиндың тыуыуына 65 йыл тулған көндә, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында «Диктор тауышы-2024» конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар.

Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған ижади бәйге быйыл бишенсе тапҡыр уҙҙы. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Учалы районының мәғариф идаралығы һәм «Юлдаш» радиоһы ойошторҙо.

«Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова әйтеүенсә, конкурсҡа 80-дән ашыу ижади эш килгән. Унда Учалы, Белорет, Йылайыр, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Әбйәлил, Мәләүез, Ғафури райондары, Силәбе өлкәһе уҡыусылары әүҙем ҡатнашҡан.

Мәләүез ҡалаһы 6-сы лицейының 8-се класс уҡыусыһы Радмир Зәйнәғәбдинов, Саҡмағош районы Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Илназ Гәрәев һәм Йылайыр районы Юлдыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Нәркәс Юланова «Уңышҡа ынтылыш» номинацияһында бүләкләнде.

Конкурс ике йәш төркөмөндә билдәләнде.
Башланғыс кластар араһында:

III урын - Бөрйән районы Исламбай башланғыс белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Тимур Мырҙағолов, Белорет районы Инйәр 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Зөлхизә Йосопова.

II урын - Учалы районы Комсомол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Айнель Әйүпова һәм Илсе урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Самира Баҡыева.

I урын - Асҡын районы Асҡын 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Динә Солтанова, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Дәрбиш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Данил Абдрахманов.

Өлкән төркөмдәр араһында:

III урын - Учалы районы Мулдаҡай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Алена Смирнова.

II урын - Учалы ҡалаһы Сабир Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Регина Сиражетдинова, Учалы районы Уральск урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Тимур Вәлиуллин, Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлимова.

I урын - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Искәндәр Мөхәмәтйәнов, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Ғайсар Мөхәмәтйәнов.

Гран-приға Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө башҡорт лицей-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Айтуған Мөхәмәтйәнов лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-06/v-ufe-nazvali-pobediteley-konkursa-golos-diktora-2024-pamyati-ahata-murtazina-3632937

Өфөлә Әхәт Мортазин иҫтәлегенә «Диктор тауышы-2024» конкурсы еңеүселәре билдәле булды
Өфөлә Әхәт Мортазин иҫтәлегенә «Диктор тауышы-2024» конкурсы еңеүселәре билдәле булды
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас в