+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль , 08:58

2025 йылдың 1 сентябренән республика уҡыусыларын яңы фән көтә

Яңы фәнде бишенсе-етенсе класс уҡыусылары өйрәнә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Башинформ»ға республиканың Мәғариф министрлығында.

2025 йылдың 1 сентябренән республика уҡыусыларын яңы фән көтә
2025 йылдың 1 сентябренән республика уҡыусыларын яңы фән көтә

2025 йылдың 1 сентябренән республикала тарих фәненә «Тыуған яғыбыҙ тарихы. Башҡортостан» тигән курс индерелә.  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет ултырышында республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин ошо хаҡта хәбәр итте.

«Хәҙер был бик мөһим, — тип белдерҙе ул. — Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының авторҙар коллективы һайлап алынған. 1 апрелгә тиклем «Тыуған яҡ тарихы. Башҡортостан» курсы буйынса дәреслектең ҡулъяҙмаһын күрһәтергә тейешбеҙ. Был курсты 2025 йылдың 1 сентябренән индереү күҙаллана».

Яңы фәнде бишенсе-етенсе класс уҡыусылары өйрәнә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Башинформ»ға республиканың Мәғариф министрлығында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-07/s-1-sentyabrya-2025-goda-shkolnikov-bashkirii-zhdet-novyy-predmet-3633630

Автор:Галина Бахшиева
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: