+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль , 12:52

«Кусимовсылар алға» проекты

«Мәктәптәрҙе инициатив бюджетлау» проекты сиктәрендә Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Кусимов исемендәге башҡорт гимназияһында әүҙем эш башланды.

«Кусимовсылар алға» проекты
«Кусимовсылар алға» проекты

«Мәктәптәрҙе инициатив бюджетлау» проекты сиктәрендә Таһир Кусимов исемендәге гимназияла әүҙем эш башланды. Тауыш биреү уҡыусылар араһында асыҡ үткәрелде. Гимназия уҡыусылары был проект ярҙамында мәктәп территорияһын һәм бинаһын яҡшыртыу буйынса идеяларын күтәреп сығып, ошо проектта еңеп, тормошҡа ашыра ала.
Беҙҙең уҡыусылар «Мәктәп химик лабораторияһы», «Балалар, үҫмерҙәр инициативаһын тормошҡа ашырыу», «Уйын майҙансыҡтарын яңыртыу», «Туризмды үҫтереү», «Кусимовсылар алға» проекттары менән таныштылар.
«Кусимовсылар алға» проекты уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, күпселек был проектҡа тауыш бирҙе.
Был проект ярҙамында «Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» кабинетына электрон тир, автомат макеттары, уҡыу гранаталары, патрондары, электрон манекен, дөйөм ғәскәр һаҡлау костюмдары алыу күҙ уңында тотола.
Былар уҡыусыларҙы киләсәктә хәрби бурыстарын үтәгәндә үҙ өлөшөн индерә, ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Электрон манекен менән эш итеү-тормошта һәр кемгә беренсе дөрөҫ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәк алым. Был алымды гимназияла эшләүсе һәр хеҙмәткәр белергә бурыслы.
Проект бөгөнгө көндә актуаль. Уның мөһимлеген һәр уҡыусы заман талабы икәнен аңлап, үҙ тауыштарын дәррәү бирҙеләр.
«Кусимовсылар алға» проектын тормошҡа ашырыуҙа уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ. Был проект легендар геройыбыҙ Таһир Кусимов рухына мәдхиә булып яңғыраһын.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: