+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль , 14:11

Республикала магнит дауылы көтөлә

Бөгөн һәм иртәгә, 12 һәм 13 февралдә, магнит дауылы көтөлә, уның күптәргә йоғонто яһауы ихтимал.

Республикала магнит дауылы көтөлә
Республикала магнит дауылы көтөлә

Бөгөн һәм иртәгә, 12 һәм 13 февралдә, магнит дауылы көтөлә, уның күптәргә йоғонто яһауы ихтимал. gismeteo.ru мәғлүмәттәре буйынса, әле «бер аҙ тайпылыштар» күҙәтелә, ләкин кискә улар көсәйә. Белгестәр бындай осорҙа үҙеңә иғтибарлы булырға һәм мөһим эштәргә тотонмаҫҡа кәңәш бирә. Айырыуса был метеоһиҙгер кешеләргә ҡағыла.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, был көндәрҙә метеоһиҙгер кешеләр баш, йөрәк ауыртыуға, хәлһеҙлеккә, йоҡо баҫыуға, арҡа һәм быуындар һыҙлауға, ҡан баҫымының күтәрелеүенә, хроник сирҙәрҙең аҙыуына зарлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-12/v-bashkirii-ozhidaetsya-magnitnaya-burya-3639773

Автор:Дарья Субботина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: