Дәүләт Думаһы советы Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустинға торлаҡҡа мохтаждар сифатында иҫәптә торған уҡытыусыларҙың социаль найм килешеүе буйынса сиратһыҙ торлаҡ алыуға хоҡуғын тормошҡа ашырыу механизмын әҙерләү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә ҡарар итте.
Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, педагогтарҙың социаль найм килешеүе буйынса фатир алыуға хоҡуғы мәғариф тураһындағы закон менән нығытылған, әммә уны ғәмәлгә ашырыуҙың аныҡ механизмы һаманғаса билдәләнмәгән. Дәүләт Думаһына ил субъекттарынан педагогик хеҙмәткәрҙәргә ярҙам саралары тураһында тәҡдимдәр менән мөрәжәғәттәр килә, шул уҡ ваҡытта профилле министрлыҡтарҙың был мәсьәлә буйынса килешелгән фекере юҡ.
Педагогтарҙың торлаҡҡа хоҡуғын бойомға ашырыуҙы тәьмин итергә кәрәк, тип иҫәпләй депутаттар. Бындай ҡарар уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрергә һәм белем биреү өлкәһенә яңы кадрҙар йәлеп итергә мөмкинлек бирер ине.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән кешеләр һаны буйынса Рәсәйҙә алтынсы урынды биләүе тураһында хәбәр иткәйне.