+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
14 Февраль 2024, 09:49

Рәшит Назаров исемендәге I республика асыҡ һүрәттәр конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр

Сара Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында үтте. Иң-иңдәре тиеп табылған йәш рәссамдарҙың һүрәттәренән күргәҙмә лә ойошторолдо.

Рәшит Назаров исемендәге I республика асыҡ һүрәттәр конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләрРәшит Назаров исемендәге I республика асыҡ һүрәттәр конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр
Рәшит Назаров исемендәге I республика асыҡ һүрәттәр конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр

"Аҡбуҙат" журналы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ауырғазы районы хакимиәте, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы бойомға ашырған республика һүрәттәр конкурсы үткән йылдың аҙағында Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан балаларҙың ижади эштәрен йыйҙы. Билдәле рәссамдар, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаттары Азамат Ғарипов, Майя Ҡәйүмова, Ирина Әмәҙуллина һүрәттәрҙе дүрт йәш категорияһында: балалар баҡсалары, башланғыс кластар, урта һәм өлкән кластарға бүлеп, иң яҡшыларын билдәләне.

Урал аръяғы райондарында йәшәгән еңеүселәрҙе Сибайҙағы эш сәфәрендә билдәләп, диплом менән бүләктәр тапшырһаҡ, ҡалған йәш рәссамдарҙы инде Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулған йыл башында Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында күреп ҡыуандыҡ.

Балаларҙы "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Ауырғазы районындағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының уҡытыусыһы Светлана Атмасова сәләмләне, еңеүселәргә "Аҡбуҙат"тан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, Ауырғазы районы хакимиәтенән дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Бына улар Рәшит Назаровтың йыһанын гиҙеп, уның шиғырҙары буйынса һүрәт төшөргән иң шәп ҡылҡәләм оҫталары:

— мәктәпкәсә йәштәге балалар: 3-6 йәш категорияһында еңеүселәр:
1-се урын — Нурия Заһиҙуллина, Белорет районы;
2-се урын — Рузил Садиҡов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы;
3-сө урын — Амелия Хәмиҙуллина, Хәйбулла районы;

— 1-4-се класс уҡыусылары араһында еңеүселәр:
1-се урын — Сара Абдуллина, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы;
2-се урын — Полина Максимова, Өфө ҡалаһы;
Илназа Ғөбәйҙуллина, Мәләүез ҡалаһы;
3-сө урын — Дилара Мәүлитова, Мәләүез ҡалаһы;
Арыҫлан Мөхәмәтшин, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы;

— 5-8-се класс уҡыусылары араһында еңеүселәр:
1-се урын — Зөлфиә Ғибаҙуллина, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы;
2-се урын — Айгизә Дәүләтсурина, Йылайыр районы;
Александра Васильева, Өфө ҡалаһы;
3-сө урын — Нәркәс Вәлитова, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы;
Руслан Мостафин, Баймаҡ районы Ниғәмәт урта мәктәбе;

— 9-11-се класс уҡыусылары араһында еңеүсе:
Әҙилә Исҡужина, Сибай ҡалаһы.

Йәш рәссамдарҙың барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!

Саранан фоторепортаж: https://vk.com/album-196702306_303096570

Айгөл ҒӘБИТОВА.

Рәшит Назаров исемендәге I республика асыҡ һүрәттәр конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр
Рәшит Назаров исемендәге I республика асыҡ һүрәттәр конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас