+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль , 10:19

Хәлил мәктәбе уҡыусылары яҙа

Һеҙгә Әбйәлил районы Хәлил мәктәбе уҡыусылары яҙа. Беҙҙен мәктәп уҡыусылары "Аманат" журналының тоғро дуҫтары һәм шуға күрә һеҙгә хат яҙырға булдыҡ.

Хәлил мәктәбе уҡыусылары яҙа
Хәлил мәктәбе уҡыусылары яҙа

Һеҙгә Әбйәлил районы Хәлил мәктәбе уҡыусылары яҙа. Беҙҙен мәктәп уҡыусылары "Аманат" журналының тоғро дуҫтары һәм шуға күрә һеҙгә хат яҙырға булдыҡ.

Мәктәбебеҙ менән быйылғы уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһының мәктәптәрендә инициативалы бюджетлау проект сиктәрендә ҡатнашырға маҡсат алдыҡ һәм һайлап алыу конкурсы старт алды ла инде. Шуныһы ҡыуаныслы, проекттарҙы финанслау республика һәм муниципаль бюджет, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.
Мәктәптә проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында комиссия төҙөлдө, йыйылыш булып үтте. Йыйылышта комиссия уҡыусыларҙы проекттың маҡсаты, йүнәлештәре, норматив-хоҡуҡи документтары менән таныштырҙы. 8-11-се класс уҡыусылары үҙҙәре ниндәй проблеманы хәл итеүҙе билдәләнеләр һәм инициатива проекттарын тәҡдим итә башланылар. Бөтәһе биш проект тәҡдим ителде: "Йәшел класс", "Мәктәп музейы", "Заманса йыһазландырылған химия кабинеты", "Мәктәпкә -интернет", "Хеҙмәт бүлмәһе". Уҡыусылар тарафынан командалар төҙөлөп, проекттар буйынса йәнле эш башланды.
Проектта ҡатнашҡан командаларға уңыштар теләп,һеҙгә ошо хаҡта хәбәр итәбеҙ.

Хәлил мәктәбе уҡыусылары исеменән Хәсәнова А.А. уҡытыу - тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Хәлил мәктәбе уҡыусылары яҙа
Хәлил мәктәбе уҡыусылары яҙа
Хәлил мәктәбе уҡыусылары яҙа
Хәлил мәктәбе уҡыусылары яҙа
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: