+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
16 Февраль 2024, 05:23

"Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" проекты

"Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" балаларға физика, химия, биология, экология, география фәндәрен тәрән үҙләштерергә, фәнни тәжрибәләр, проекттар эшләргә ярҙам итәсәк.

"Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" проекты"Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" проекты
"Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" проекты

Кушнаренко районы Кушнаренко 1- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе – "Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы"н булдырырға әҙерләнә.
Хәҙерге ваҡытта мәктәптә яҡшы шарттар булдырырға мөмкинлектәр бихисап. Кушнаренко районы мәктәбендә белем алыусылар "Уҡыусылар инициативаһын бюджетлау"
программаһында ҡатнашырға ихлас теләк белдерҙе. Проект әҙерләу өсөн, уҡыусыларҙан торған инициатив төркөм булдырылды. Улар уҙҙәренең 5 проектын тәҡдим итте: "Аҡылда телдән иҫәпләү", "Спорт майҙансығы", "Мәктәп театры", "Уңайлы ашхана", "Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы". Күп тауыш менән һуңғы проект еңеп сыҡты.
"Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" балаларға физика, химия, биология, экология, география фәндәрен тәрән үҙләштерергә, фәнни тәжрибәләр, проекттар эшләргә ярҙам итәсәк.
Проектты конкурсҡа әҙерләгән уҡыусыларға тик уңыштар теләйбеҙ.

"Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" проекты
"Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" проекты
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас