Олимпиаданың йомаҡлау туры һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ҡышҡы каникул мәлендә, йылдағыса, Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙҙы.
Бәйгенең һайлап алыу турында, ситтән тороп, республикабыҙҙың район-ҡалаларынан 700-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашһа, йомғаҡлау турында иһә Башҡортостандың район-ҡалалары, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан килгән 287 уҡыусы ҡатнашлыҡ итте.
9-сы — 11-се синыф уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, яҙма эш башҡарҙы.
Олимпиадала 77 уҡыусы призер булды, уларҙың һәр береһенә Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм аҡсалата приз тапшырылды. Бынан тыш, 11 уҡыусы «Аманат» журналының, Өфө фән һәм технологиялар университетының һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус приздары менән бүләкләнде.
Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһынан еңеүселәр ҙә Мәғариф министрлығының дипломдарына, аҡсалата приздарға һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иҫтәлекле бүләктәренә эйә булды.
Төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне, еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.
Бөтөн уҡыусылар ҙа баш ҡалабыҙҙа үткән телһөйәрҙәр һәм илһөйәрҙәр ярышынан, әллә күпме яҡшы тәьҫораттар һәм көс алып, ҡыуанышып таралышты. Уларҙың киләсәктә лә башҡорт теле белгестәре булырына, туған телдәрен яратып, уны һаҡлап, яҡлап йәшәренә ышанысыбыҙ ҙур!
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәп уҡыусылары араһында еңеүселәр:
Сыңғыҙ Хәбиәхмәтов, 9-сы синыф, Дәүләкән ҡалаһының 3-сө Башҡорт гимназия-интернаты;
Илтимер Мырҙағолов, 10-сы синыф, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе;
Әлмирә Ҡаҙаҡбаева, 11-се синыф, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәп уҡыусылары араһында еңеүселәр:
Азалия Ғәлиуллина, 9-сы синыф, Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы;
Миләүшә Дусиева, 10-сы синыф, Баҡалы районының Мостафа ауылы мәктәбе;
Лиана Ҡарабаева, 11-се синыф, 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһы.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ башлап өйрәнгән уҡыусылар араһында еңеүселәр:
Милена Парушкина, 9-сы синыф, Өфө районы Дорогино ауылының Советтар Союзы Геройы А.С. Пикунов исемендәге мәктәбе;
Есения Яценко, 10-сы синыф, Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбе;
Кирилл Васильев, 11-се синыф, Өфө ҡалаһының В.В. Горбатко исемендәге 64-се гимназияһы.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ дауам итеп өйрәнгән уҡыусылар араһында еңеүселәр:
Ләйлә Ишдәүләтова, 9-сы синыф, Өфө ҡалаһының 161-се лицейы;
Данир Мөхтәруллин, 10 синыф, Баҡалы районы Баҡалы ауылының 1-се мәктәбе;
Наҙгөл Мәмбәтова, 11-се синыф, Өфө ҡалаһының айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнеү буйынса 114-се белем биреү үҙәге.
Күрше өлкәләр уҡыусылары араһында еңеүселәр:
Арыҫлан Әхмәтйәнов (Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы)
Диана Бикәнәева (Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы)
Венера Хисамова (Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы).