"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА!
Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ! Тауыш биреү өсөн https://vk.com/app7198399_-41010454#poll65d45a83d38be796f11aba00 ошо ссылка буйынса керәбеҙ!
Эмилия Гәрәева
Өфө районының Дорогино ауылынан
“Миңә – 11 йәш. Кескәй саҡтан уҡ художестволы гимнастика менән шөғөлләнәм. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашам, күп осраҡтарҙа еңеү ҙә яулайым. Мәктәптә яҡшы уҡыйым, айырыуса, әҙәби уҡыу, физик культура дәрестәре оҡшай. Тәбиғәттең матурлығын күҙәтергә, бейергә, йырларға, шиғырҙар һөйләргә яратам.
Айлина Нурыева. Учалы районының Имангол ауылынан.
Миңә – 10 йәш. Учалы ҡалаһының 5-сҽ һанлы мәктәбенең 4-сө "Д" синыфында белем алам. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, бейергә, китап уҡырға, атта һыбай йөрөргә, һеңлем менән уйнарға, әсәйемә ярҙамлашырға яратам.
Камила СӘФӘРҒӘЛИНА. Белорет ҡалаһынан.
Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһында белем алам. Тиҫтәрҙәремдән ҡалышмай уҡыуҙа ла, спортта ла сәмләнеп, тик алға барам. Баскетбол, черлидинг, ҡул эштәре түңәрәктәренә яратып йөрөйөм. Ял көндәрендә әсәйемә тәмлекәстәр бешерегә ярҙам итәм. Киләсәктә хыялым табип булыу.
Диана ВӘХИТОВА,
Белорет районын Аҙнағол ауылынан:
“Мин Белорет районының Сермән мәктәбендә уҡыйым. Яҡшы билдәләренә генә өлгәшергә тырышам. Буш ваҡытымда китап уҡырға, йырларға, бейергә, һүрәт төшөрәргә яратам. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. Ҡыш көндәре өйҙә “кис ултырабыҙ”. Ырғаҡ менән матур-матур әйберҙәр бәйләйбеҙ. Һеңлем менән әсәйемә ярҙам итәбеҙ.”
Ралина Ибатуллина. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.
“Мәктәптә мин тырышып уҡыйым, төрлө ярыштарҙа ҡатнашам. Буш ваҡытымда төрлө темаларға һүрәттәр төшөрәм”.