+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
20 Февраль 2024, 05:25

Республикала -29 градусҡаса һыуыта

Синоптиктар алдағы көндәрҙә һауа торошо хаҡында һөйләне.  

Республикала -29 градусҡаса һыуытаРеспубликала -29 градусҡаса һыуыта
Республикала -29 градусҡаса һыуыта

Синоптиктар алдағы көндәрҙә һауа торошо хаҡында һөйләне.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡоро һәм һыуыҡ һауа торошо көтөлә. Был республика синоптиктары баҫтырып сығарған фараздан күренә. Улар әйтеүенсә, төбәктә йәнә -29 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.

- Шаршамбы, 21 февралдә, һауа торошо яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -17,-22°, аяҙытҡанда -24,-29°, көндөҙ -10,-15°, - тип һөйләнеләр Башгидрометүҙәктә.

Һауа торошо 22 февралдә лә үҙгәрмәй. Республиканың таулы райондарында ғына көндөҙ -5 градусҡаса йылыта.

фото: Нурия Хәйбуллина, Бөрйән районы, Яуымбай ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас