21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Илебеҙҙә төрлө милләт халыҡтары йәшәй. Һәр милләттең үҙ ере, теле бар. "Теле барҙың-иле бар"- ти халыҡ мәҡәле. Шуға күрә телде һаҡлау беҙҙең бурыс. Халыҡ-ара телдәр уңайынан балалар менән китаптарға күҙәтеүҙәр яһаныҡ,әкиәттәр уҡыныҡ, йомаҡтар систек,төрлө милләт халыҡтары тураһында әңгәмәләштек, тел тураһында шиғырҙар яҙған күренекле шәхестәребеҙ менән таныштыҡ.
Йәнем моңо-минең башҡорт теле
Рухым сәңгелдәге һин, телем!
Тик тиңләшер затлы хазинама
Тыуған ерем, әсәм һәм илем.
(Ф.Бүләков)
Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы.
Тәрбиәсеһе: Әүәлбаева К. Ғ