+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
21 Февраль 2024, 10:04

Радий Хәбиров республика халҡын Туған тел көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын башҡорт һәм рус телдәрендә 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотланы.  

Радий Хәбиров республика халҡын Туған тел көнө менән ҡотланыРадий Хәбиров республика халҡын Туған тел көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров республика халҡын Туған тел көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын башҡорт һәм рус телдәрендә 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотланы.

«Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һәммәһенең үҙ телендә һөйләшер, уны үҫтерер мөмкинлектәрен киңәйтеү — беҙҙең бурыс. Татыулыҡ һәм берҙәмлек — төп байлығыбыҙ. Уны һаҡлайыҡ. Халыҡ-ара туған тел көнө менән!»

Республика етәксеһе туған телдә һөйләшеүҙең ни тиклем мөһим булыуы хаҡында видеоролик һалған.

Бынан алдараҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостан делегацияһының Пермь крайында ошо дата уңайынан Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-21/radiy-habirov-pozdravil-zhiteley-bashkirii-s-dnem-rodnogo-yazyka-3652206

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас