+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Февраль 2024, 06:10

Башҡорт гимназияһында "Ағинәйҙәр" йыйылышы үтте

Нефтекама башҡорт гимназияһында "Ағинәйҙәр" йыйылышы үтте. Был ойошма ҡалала күптән һөҙөмтәле эшләп килә ине. Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе, эшкә яңы йүнәлеш, һулыш бирҙе. Йыйылышта "Ағинәйҙәр", ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, активистар ҡатнашты. Ойошманың яңы етәксеһе, Кагарманова Тәғзимә Зәкәриә ҡыҙы, билдәләнде, киләсәккә пландар ҡоролдо. Шулай уҡ, йыйылышта "Аҡтирмә" ойошмаһының етәксеһе Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының төп маҡсатын , асылын аңлатып бирҙе.Килгән барлыҡ кешеләр өсөн йыйылыш фәһемле, йөкмәткеле булды.

Башҡорт гимназияһында "Ағинәйҙәр" йыйылышы үттеБашҡорт гимназияһында "Ағинәйҙәр" йыйылышы үтте
Башҡорт гимназияһында "Ағинәйҙәр" йыйылышы үтте
Башҡорт гимназияһында "Ағинәйҙәр" йыйылышы үтте
Башҡорт гимназияһында "Ағинәйҙәр" йыйылышы үтте
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас