+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль , 13:25

"Оҫта малай" номинацияһында диплом алып ҡайтты

Танышайыҡ, тос сәләм!Исемем минең Динислам.Йәшәйем мин БаймаҡтаТаланттарға бай яҡта.

"Оҫта малай" номинацияһында диплом алып ҡайтты
"Оҫта малай" номинацияһында диплом алып ҡайтты

"Башҡорт малайы" Баймаҡ районы конкурсында лицей-интернатының 6 Ш класы уҡыусыһы Хәсәнов Динислам ҡатнашып, "Оҫта малай" номинацияһында диплом алып ҡайтты. Уға артабан да уңыштар, тағы ла еңеүҙәр теләйбеҙ! 


Танышайыҡ, тос сәләм!
Исемем минең Динислам.
Йәшәйем мин Баймаҡта
Таланттарға бай яҡта.

Һөйләшәм башҡорт телендә
Яратам әсәм телен
Мәңге йәшә, мәңге йәшә
Сәскә ат башҡорт телем!

Башҡорттоң ҡулында һәр саҡ
Булған ҡумыҙ, ҡурайы
Башҡорт рухлы булып ҡалам
Мин бит башҡорт малайы!

"Оҫта малай" номинацияһында диплом алып ҡайтты
"Оҫта малай" номинацияһында диплом алып ҡайтты
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: