+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Февраль 2024, 08:46

55 ауыл тренеры миллион һум аҡса алды

Башҡортостанда тренер-уҡытыусылар 2023 йылда 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алды, тип хәбәр итте Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

55 ауыл тренеры миллион һум аҡса алды55 ауыл тренеры миллион һум аҡса алды
55 ауыл тренеры миллион һум аҡса алды

Башҡортостанда тренер-уҡытыусылар 2023 йылда 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алды, тип хәбәр итте Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов. Һүҙ ауыл ерендә эшләргә ҡарар иткән 55 педагог тураһында бара.

Был "Ауыл тренеры" программаһы ярҙамында мөмкин булды, ул физкультура һәм спорт буйынса штатлы хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыуға йүнәлтелгән. 2020 йылдан алып 2023 йылға тиклем проект буйынса 600 мең һумлыҡ түләүҙәр менән 103 ауыл тренерына ярҙам күрһәтелгән. Шулай уҡ күптән түгел төбәктә "Ҡала тренеры" программаһы старт алды.

Рәзил Бикбулатов фотоһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас