2024 йылдың сентябрендә, артабан йыл һайын, Өфөлә «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале, шулай уҡ ҙур-ҙур ҡурсаҡтар һәм мобиль артобъекттар ҡатнашлығында мультпарад була. Башҡортостан Республикаһы Башлығының тейешле указына 2024 йылдың 26 февралендә ҡул ҡуйылған һәм рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Фестиваль Башҡортостандың балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү, етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары ассортиментын күрһәтеү, ошо тармаҡтың үҫеш мөмкинлектәренә анализ яһау маҡсатында ойошторола.
Республика хөкүмәтенә фестивалгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетын төҙөү бурысы йөкмәтелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың сентябрендә «Башинформ» Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға» фестивале барыуы хаҡында хәбәр иткәйне.