Хәйбуллин Алмас Өфө районы Жуков ауылы мәктәбендең беренсе синыфында уҡый. Яҡшы уҡый ул, бигерәктә математиканы, урыҫ телен ярата. Журналды бик ҡыҙыҡһынып, тырышып уҡый, белмәгәнен өләсәһенән тәржемә итеүен һорай. Кроссворд, башватҡыстар ҙы үҙе сисә. Журналдың киләһе һаны ҡасан килә тип ҡыҙыҡһына.