1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө. Йортоғоҙға именлек, ғаиләгеҙгә ҡот килһен, ауыр саҡта арҡа терәр яҡынығыҙ менән тормош бейеклектәренә бергә етәкләшеп артылығыҙ! Ата-әсәләрҙең тормош тәжрибәһенә таянып, балаларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп, ябай ғаилә ҡиммәттәренән йәшәү йәме табып бәхетле ғүмер кисерергә булһын! Бер-берегеҙгә иғтибар һәм һөйөү йәлләмәгеҙ!