Минең әсәйемдең исеме Әлиә. Уға утыҙ биш йәш. Минең әсәйем уҡытыусы булып эшләй. Ул минең өсөн донъялағы иң матур кеше. Уның ҡап-ҡара күҙҙәре, бик оҙон сәстәре лә ҡара төҫтә. Мин әсәйемде бик яратам, сөнки минең өсөн унан да ҡәҙерлерәк кеше юҡ. Әсәйем бик оҫта ашарға бешерә, хуш еҫле гөлдәр үҫтерә. Беҙ уны бер ҡайсанда ҡайғыртмаҫбыҙ, уның өсөн терәк булып үҫәрбеҙ. Һәр кеше өсөн әсәй иң яҡыны.
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се класс уҡыусыһы Ибатуллина Рената