1 март - Халыҡ-ара ғаилә көнө айҡанлы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында "Матур ғаилә - ил күрке" тип аталаған сара гөрләп үтеп тә китте. Ер шарында бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡ. Ул - бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау ҙа. Ошо уңайҙан бөтәгҽҙҙҽ лә ғаилә байрамы мҽнән ҡотлайбыҙ! Йорттарығыҙҙа шат балалар тауышы тынмаһын, яҡындарығыҙ ышаныслы терәк булһын, мөхәббәт йылыһы һүрелмәһен. Ғаиләләрегеҙҙең сәскә атыуын, татыу һәм берҙәм булыуын теләйбеҙ!