Яҙҙың тәүге айы күп һанлы геомагнит тулҡынланыуҙар менән иҫтә ҡаласаҡ. Рәсәй Фәндәр академияһының Космос тикшеренеүҙәре институты эксперттары менән берлектә 2024 йылдың мартына магнит дауылдарының ентекле календары төҙөлгән:
беренсе дауыл 3-4 мартта үтәсәк, ул көсһөҙ, әммә һауа торошона бәйле кешеләр уның тәьҫирен тойорға мөмкин;
айҙың иң көслө дауылы 9-10 мартта үтә, 10 мартта иртәнге сәғәт 3-тә иң юғары нөктәһе көтөлә;
15-16 мартта уртаса ҡеүәтле дауыл вәғәҙә ителә;
21-22 мартта тағы бер көсһөҙ магнит дауыл көтөлә;
26-28 мартта уртаса интенсивлыҡтағы магнит дауылы була.
Космик һауа торошон еңеп сығыу өсөн белгестәр күберәк һыу эсергә, стресс күләмен кәметергә һәм күберәк йоҡларға кәңәш итә. Магнит дауылдары ваҡытында баш ауыртыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, шулай уҡ дөйөм һаулыҡ торошоноң насарайыуы һәм элекке ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе күҙәтелә.
Фото: Бүләк Сәғитова. Ейәнсура районы, Юнай ауылы.