Район тарихы - Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының данлы тарихының айырылғыһыҙ өлөшө.
1919-1922 йылдарҙа Сафакүл һәм Әлмән райондары территорияһында Ялан кантоны була, ул Башҡортостан Республикаһы составына инә.
Ҡурған ерендә тыуып үҫкәндәр йәш Совет Рәсәйенең һәм Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Был байрам көнөндә район халҡын һәм тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов ҡотланы.
"Бөгөн Сафакүл муниципаль округы Ҡурған өлкәһенең бай мәҙәниәте һәм традициялары, матур тәбиғәте, үҫешкән ауыл хужалығы һәм социаль-иҡтисади инфраструктураһы менән алдынғы райондарының береһе. Бында хеҙмәт һөйөүсе кешеләр йәшәй, улар быуындан-быуынға ата-бабаларының быуаттар буйына һаҡланған аманатын һаҡлай һәм арттыра, унда йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен хөрмәт итә", - тип билдәләне Әлфир Байымов һәм райондың артабанғы үҫешен һәм сәскә атыуын, ә уның халҡына ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс, ҙур һәм бәләкәй эштәрҙә уңыштар теләне.
Сараның рәсми өлөшө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Милли архивынан уникаль документ тапшырылды, ул үҫеп килеүсе быуынға күп быуатлыҡ уртаҡ тарихты, халыҡтарҙың яҡшы күршелеген һәм беҙҙең төбәктәр араһындағы тығыҙ социаль-мәҙәни, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе иҫкә төшөрәсәк.