+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Март 2024, 03:35

Оятһыҙҙар!

Өфөнөң Якутов паркында үҫмерҙәр Мәңгелек утты һүндергән.

Оятһыҙҙар!Оятһыҙҙар!
Оятһыҙҙар!

Өс егет һәм бер ҡыҙ Өфөнөң Якутов паркында Мәңгелек утты һүндергән. Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хоҡуҡ һаҡлаусылар йәш кешеләрҙең шәхесен асыҡлай алған. 
Билдәләүҙәренсә, ҡағиҙә боҙоусыларға 15-16 йәш. Хәҙер уларҙың шәхестәре асыҡланған. Дүрт үҫмерҙе тәфтиш органдарына тапшырғандар. Ҡайһы мәктәптән, ата-әсәләре кем икән был хулигандарҙың?

Бындай насар күренеш бөтөн илдә лә күҙәтелә.

Ғинуарҙа ике бала Ханты-Манси автономиялы округында (ХМАО) Мәңгелек утҡа ҡар һәм петардалар ташланы. Шаһиттар әйтеүенсә, 9-13 йәшлек балалар хәрби мемориалға ҡуйылған утҡа пиротехника ырғыта башлайҙар, һуңынан уны ҡар менән ҡаплайҙар. Балаларҙың береһе шулай уҡ һәйкәлдең йондоҙ рәүешендәге элементын аяҡ менән тапалай.

23 декабрҙә, Мордовияла 10 йәшлек малай Мәңгелек ут ялҡынына ҡар киҫәге ырғытып, һүндерә. Полиция хеҙмәткәрҙәре видеокүҙәтеү камералары яҙмаларын тикшергәндән һуң тәртип боҙоусыны тиҙ арала таба. Хоҡуҡ боҙоусыларҙың күбеһе мигранттарҙың балалары икән.

Өфө: https://yandex.ru/video/preview/16408221309667262662 

Санкт-Петербург: https://vk.com/video-25232578_456316690 

Оренбург: https://www.youtube.com/watch?v=uavUmTOwuMc 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас