8 Март – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө уңайынан "Аманат" журналы конкурс иғлан иткән ине. Ҡатнашыу өсөн әсәй, өләсәйҙәр темаһына шиғыр, хикәйә, әкиәт ижад итеп, йәки мәҡәлә яҙыр кәрәк булды. Конкурсҡа килгән эштәрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре журнал биттәрендә, https://amanat.su сайтында, https://vk.com/amanatrb бәйләнештәр селтәрҙәрендә донъя күрҙе. Ә инде иң-иңе тип табылғанына бүләккә Рәхмәт кәлимәһе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ.
Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!