Әсә һәр бер кеше өсөн иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе, тип уйлайым. Минең әсәйемдең исеме Гөлнара. Ул 1992 йылдың 17 апрелендә Ҡарағай ауылында донъяға килгән.
Әсәйем беҙҙе Илмир ҡустым менән иркәләп, наҙлап, бар күңелен биреп үҫтерә. Ул беҙгә төрлө кәңәштәр бирә, аҡыллы булырға өйрәтә. Әсәйем бәйләргә, тәмле аҙыҡтар бешерергә ярата.
Беҙ уға ярҙам итәбеҙ, кәңәштәрен тыңлап үҫергә тырышабыҙ.
Мин әсәйемде байрам менән ҡотлайым. Уға бер ваҡытта ла сирләмәһен, атайым менән гел бергә бәхетле булһындар тип теләйем. Әсәйемде бик яратам.
Риана Таминдарова. Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 5- се класс уҡыусыһы