Яҙҙың тәүге матур байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айырыуса йылылыҡ бөркөүсе, яҡшы кәйеф бүләк итеүсе байрам, сөнки тормошобоҙҙо ҡатын-ҡыҙҙарҙан, уларҙың сихри матурлығынан, наҙынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Тәбиғәт тарафынан гүзәл затҡа бирелгән оло һөйөү хисе донъяны йәмләй, яҡтыраҡ итә.