+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
12 Март 2024, 10:10

15 мартта Башҡортостан уҡыусылары өйҙән уҡыуға күсермәйҙәр

Башҡортостан уҡыусыларын 15-17 мартта — Рәсәй президентын һайлау көндәрендә өйҙән уҡыуға күсермәйҙәр. Был турала «Башинформ»ға республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.  

15 мартта Башҡортостан уҡыусылары өйҙән уҡыуға күсермәйҙәр15 мартта Башҡортостан уҡыусылары өйҙән уҡыуға күсермәйҙәр
15 мартта Башҡортостан уҡыусылары өйҙән уҡыуға күсермәйҙәр

Башҡортостан уҡыусыларын 15-17 мартта — Рәсәй президентын һайлау көндәрендә өйҙән уҡыуға күсермәйҙәр. Был турала «Башинформ»ға республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.

«Участка һайлау комиссиялары урынлашҡан мәктәптәрҙә һайлау көндәрендә белем биреү процесы мәҙәниәт, спорт учреждениеларында, өҫтәмә белем биреү ойошмаларында, һөнәри йүнәлеш биреү майҙансыҡтарында һәр класс (параллель) өсөн айырым график буйынса ойошторола. Һауа торошо яҡшы булһа, тышта Спорт, Һаулыҡ көндәрен, экскурсиялар һәм башҡа саралар үткәрергә мөмкин», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан Башҡортостан мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте. Уҡыусылар «алты көн» режимында уҡыған ҡайһы бер төбәктәрҙә һайлауға бәйле балаларҙы ваҡытлыса өйҙән уҡыуға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-12/shkolnikov-bashkirii-ne-perevedut-na-distantsionku-15-marta-minobrazovaniya-rb-3677578

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас