+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
15 Март 2024, 05:52

Башҡортостанда һайлау участкаларының тәүге сәғәтендә халыҡтың күпләп килеүе билдәләнде

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең беренсе көнөндә һайлаусылар ныҡ әүҙемлек күрһәтте,участка һайлау комиссияларына халыҡтың күпләп килеүе күҙәтелә.

Башҡортостанда һайлау участкаларының тәүге сәғәтендә халыҡтың күпләп килеүе билдәләндеБашҡортостанда һайлау участкаларының тәүге сәғәтендә халыҡтың күпләп килеүе билдәләнде
Башҡортостанда һайлау участкаларының тәүге сәғәтендә халыҡтың күпләп килеүе билдәләнде

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең беренсе көнөндә һайлаусылар ныҡ әүҙемлек күрһәтте,участка һайлау комиссияларына халыҡтың күпләп килеүе күҙәтелә. Был хаҡта «Рәсәй президентын һайлау – 2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә йәмәғәт күҙәтеүе буйынса төбәк штабы етәксеһе, республиканың Йәмәғәт палатаһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Лида Исәргәкова хәбәр итте.

«Һайлаусылар күп. Ҡайһы бер урындарҙа хатта сираттар барлыҡҡа килә. Был күренеш Нефтекамала, Өфөлә, Күмертауҙа, башҡа муниципалитеттарҙа күҙәтелә. Тауыш биреүҙә айырыуса өлкән быуын әүҙем ҡатнаша», - тип билдәләне ул.

Ҡайһы бер ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре һайлауға күмәкләп килгән. Мәҫәлән, Роспотребнадзор идаралығы коллективы етәкселәре Анна Казак менән эш көнө башланыр алдынан уҡ үҙ бурысын үтәгән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-15/v-bashkirii-v-pervyy-chas-raboty-izbiratelnyh-uchastkov-otmetili-vysokuyu-yavku-3682240

Автор:Ләйсән Закирова

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас