"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА!Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ! Тауыш биреү өсөн https://vk.com/app7198399_-41010454#poll65fa976f89dfcb04a0f82f44 ошо ссылка буйынса керергә:
Сафия Хәсәнова. Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районы Түбәнге Сортым ҡасабаһынан.
“Һаҙағай” исемле балалар баҡсаһына йөрөйөм. Һүрәт төшөрөргә, пластилиндан төрлө һындар эшләргә яратам. Бейергә әүәҫмен. Тағы ла бер яратҡан шөғөлөм бар – “Аманат”ты уҡыйым. Һүрәттәрен буяйым. Кроссвордарын сисәм. Журналдың төрлө конкурстарында ҡатнашырға тырышам.
Арина Биктимирова, Сибай ҡалаһынан.
“Миңә – 7 йәш. Төрлө-төрлө конкурстарҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулайым. Буш ваҡыттарымда бейергә, йырларға, шиғырҙар һөйләргә яратам. Ҙур үҫкәс уҡытыусы булырға хыялланам,” – ти һылыуҡай.
Полина Ахмедова. Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылынан.
“Буҡ ваҡытымда аниме ҡарайым, әсәйемә ярҙамлашам. Каратэ, киокусинкай түңәрәгенә яратып йөрөйөм. Киләсәктә тормошомдо спорт юлы менән бәйләргә хыялланам”.
Зөлхизә Рафиҡова. Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан.
Н. А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3 “Б” синыфында белем алам. Буш ваҡытымда бейергә, һүрәт төшөрөргә, әсәйемә ярҙамлашырға, бесәйем менән уйнарға яратам.
Камила Газизова.Туймазы районының Серафимовка ауылынан.
Мәктәптә тырышып уҡыйым. Бигерәк тә башҡорт теле, рус теле һәм физкультура дәрестәрен яратам. Мин төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа яратып ҡатнашам.
Буш ваҡытта китап уҡырға, ҡышҡыһын сана, саңғы шыуырға яратам. Зур үҫкәс, уҡытыусы булғым килә.