+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
20 Март 2024, 08:23

Башҡортостан автономияһына - 105 йыл!

1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.

Башҡортостан автономияһына - 105 йыл!Башҡортостан автономияһына - 105 йыл!
Башҡортостан автономияһына - 105 йыл!

1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Тарихсылар был ваҡиғаны Рәсәй тарихындағы иң мөһимдәр рәтенә ҡуя - тап төбәк менән үҙәктең килешеүе Федератив мөнәсәбәттәргә нигеҙ һала. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев та документтың баһаһын ҙур тип иҫәпләй. Уға тиклемге үҙалылыҡ документаль раҫланмаған, ә 1919 йылдағыһың яңы власть таный һәм рәсми иғлан итә.
Башҡорт автономияһы Рәсәйҙә тәүгеһе һәм үҙ формаһы буйынса берҙән-бере. Мәскәү беҙҙең шарттарға риза булып, килешеү төҙөй, башҡа республикаларға автономия декрет, йәғни указ менән генә бирелә.

сығанаҡ: Сығанаҡ:Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

Башҡортостан автономияһына - 105 йыл!
Башҡортостан автономияһына - 105 йыл!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас