+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
20 Март 2024, 07:27

Әкиәт

Сипылдаҡ менән Бытбылдаҡ.

ӘкиәтӘкиәт
Әкиәт
Бер ҙур булмаған ауылда, ыҡсым ғына өйҙә әбей менән бабай көн
күргәндәр. Улар менән бергә Сипылдаҡ һәм Бытбылдаҡ тигән сысҡан
балалары йәшәгән, ти.
Ваҡыт үтеү менән сысҡан балалары үҫеп еткәндәр. Сипылдаҡ аҡыллы,
эшлекле, ярҙамсыл, тәрбиәле; ә Бытбылдаҡ киреһенсә – күп һөйләүсән,
ялҡау, хәйләкәр, алдаҡсы, көнсөл булған.
Сипылдаҡ әбей менән бабайға ла, йәнлектәргә лә, ҡоштарға ла ярҙам
ҡулы һуҙған. Шуның өсөн дә уны бөтәһе лә яратҡан, хөрмәт иткән.
Бытбылдаҡ быны күреп ҡустыһына йәне көйгән, уға көнләшкән. «Нисек
кенә ошо маҡтансыҡтан ҡотолорға икән?» тип көнө – төнө баш ватҡан.
Шулай йөрөй торғас бер хәйлә ҡорорға булған. «Бер ҡатлы Сипылдаҡты
алдаштырып урманға алып барайым да, йәшенәйем. Әйҙә аҙашһын. Бына
шул ваҡытта әбей менән бабай мине генә яратасаҡтар» тип уйлаған
Бытбылдаҡ.
Яуыз эшен башҡарыр өсөн Бытбылдаҡ Сипылдаҡты еләк йыйыу
һылтауы менән алыҫтағы ҡуйы урман тирәһендәге яланға алып киткән.
Барып етеү менән һаҡсыл Сипылдаҡ бер ерҙә генә еләкте тапамай ғына
йыйған. Ә түҙемһеҙ Бытбылдаҡ урындан – урынға йүгереп йөрөгән,
еләктәрҙе тапап – иҙгеләп бөткән. Йөрөй торғас, үҙе урман араһына инеп
китеп аҙашҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған.
Сипылдаҡ ағаһына күпме генә ҡысҡырмаһын, Бытбылдаҡ яуап
бирмәгән.
Бына шунан алып Бытбылдаҡ ҡырҙа йәшәй башлаған, йәғни, ҡыр
сысҡанына әйләнгән. Ә Сипылдаҡ инде изге, яҡшы эштәр ҡылып әбей,
бабай менән әүәлгесә донъя көтәләр.
Әкиәтемдең мәғәнәһе шунда: кешегә соҡор ҡаҙыма – үҙең төшөрһөң.
Резедә Мөхәмәтшина, тәрбиәсе
«Йондоҙло» балалар баҡсаһы, Баймаҡ
ҡалаһы.
Әкиәт
Әкиәт
Автор:Резедә Мөхәмәтшина, тәрбиәсе
Читайте нас