+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март , 15:45

Заринабыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2024” регион-ара һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарының тантаналы йомғаҡлау сараһы үтте. "Аманат"ыбыҙҙың "Йәш хәбәрсеһе", коллегабыҙ Зарина Назырованы конкурста лауреат исемен алыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңы еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ һиңә!

Заринабыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Заринабыҙҙы ҡотлайбыҙ!

 Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2024” регион-ара һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарының тантаналы йомғаҡлау сараһы үтте.

💫Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ЕҢЕҮСЕ исеменә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ибраһимова Азалия Вәрис ҡыҙы лайыҡ булды.

💫КОНКУРС ЛАУРЕАТТАРЫ:

Ғирфанова Миләүшә Рамазан ҡыҙы, 2-се республика күп профилле полилингваль "СМАРТ" гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Ғилманова Эльза Сәғит ҡыҙы, Нефтекама ҡалаһы 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Дәүләтбаева Гөлнара Фридрих ҡыҙы, Благовещен ҡалаһының Михаил Киняшов исемендәге 6-cы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Назырова Зарина Урал ҡыҙы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

💫Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайының “Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалына Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байышева Айгөл Ғалимйән ҡыҙы лайыҡ булды.

💫Өфө ҡалаһы Владимир Паращенко ис. 51-се белем биреү үҙәгенән Хурамшина Азалия Рәфҡәт ҡыҙы В. А. Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” миҙалы менән бүләкләнде.

💫КОНКУРС НОМИНАТТАРЫ:
"Педагогик перспектива" номинацияһында еңеүсе тип йәш белгес Өфө ҡалаһы Яковлев А.А. исемендәге 127-се мәктәптән Солтанова Әлиә Рәшит ҡыҙы табылды.

«Һөнәремә тоғро ҡалам» номинацияһында күрше өлкәләрҙән килеүсе конкурсанттар: Һөйөндөкова Идалия Ғилмиян ҡыҙы, Ғәҙелшина Илфидә Сәйфулла ҡыҙы, Ғәлләмова Гөлнур Фәнәдил ҡыҙы билдәләнде.

«Уҡытыусы-профессионал» номинацияһы һөнәри белем биреү уҡыу йорттарында белем биреүсе уҡытыусыларға: Әлибаева Алина Алик ҡыҙына һәм Бирҙеғолова Рушания Ирек ҡыҙына тапшырылды.

«Инновацион технологияларҙы уңышлы ҡулланғаны өсөн» номинацияһында еңеүсе тип 3-сө Республика полилингваль күп профилле Сибай гимназия-интернатынан Әбделғазин Данил Рәшит улы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы Н. Суханов ис. 33-сө мәктәптән Һөйәрембәтова Гөлфиә Факил ҡыҙы табылды.

«Ижади эҙлəнеүҙəр һəм үҙенсəлекле ҡарарҙар» номинацияһында 3 уҡытыусы билдәләнде. Бына улар: Борай районы Борай ауылы 1-се мәктәптән Ҡаҙыханова Гөлсәсәк Айрат ҡыҙы, Өфө ҡалаһы В. Зотов ис. 46-сы лицейҙан Хәсәнова Көнһылыу Бикйән ҡыҙы, Ҡариҙел районы Абыҙ мәктәбенән Солтанова Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы.

💫 Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, "Киске Өфө" гәзите, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы конкурстан ситтә ҡалманы. Улар ҙа бәйгеселәргә үҙҙәренең махсус призын әҙерләне.

Тел, рух һағында тороусы, матур һөҙөмтәләргә ирешеүсе уҡытыусыларыбыҙҙы ихлас тәбрик итәбеҙ. Яңы еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ!

Заринабыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Заринабыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: