«Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған көн» Бөтә Рәсәй акцияһы 2024 йылда һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. 2024 йылдың 31 мартына тиклем башҡа белем биреү учреждениеларында ла был акция ойошторола,, унда ҡатнашырға мөмкинлек бар әле.
Акцияның маҡсаты-психологик көсөргәнешлекте кәметеү, имтихан үткәреү процедураһы менән танышыу. Берҙәм дәүләт имтиханы үткән көндә ата-әсәләр телефондарын һәм шәхси әйберҙәрен тапшырҙы, имтихан алды контролен үтте һәм аудиторияла шәхси урындарына ултырҙы.
Ойоштороусылар инструктаж үткәрҙе, унда, ысын имтихандағы кеүек, теркәлеү һәм яуап бланкылары тултырылды.
Быйыл тарих предметынан берҙәм дәүләт имтиханы тәүге тапҡыр уҙғарылды. Эшлекле уйын Рәсәйҙең донъя үҫешендәге ролен тағы бер тапҡыр аңларға ярҙам итәсәк, ти ойоштороусылар.