+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель , 12:50

Өфөлә юғалған ике үҫмерҙе эҙләү дауам итә

30 мартта 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов һәм 13 йәшлек Павел Паличев өйҙән сығып китә һәм дәрестән әйләнеп ҡайтмай. Улар бөгөнгәсә яҡындары менән бәйләнешкә сыҡмаған.

Өфөлә  юғалған ике үҫмерҙе эҙләү дауам итә
Өфөлә юғалған ике үҫмерҙе эҙләү дауам итә

Һуңыраҡ эҙәрмәндәр малайҙарҙың сумкаһын урманда табып алды. Водолаздар Ағиҙел йылғаһына төшөп үҫмерҙәрҙе эҙләне, тик әлегә бер һөҙөмтә лә юҡ. Өфөнөң 40-сы мәктәбендә эҙләү штабы булдырылған, унда ирекмәндәр туплана. Теләгән һәр кем үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә ҡатнашырға мөмкин.

Әгәр ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт булһа, 112 йә 89373102112 телефон һандары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.

Өфөлә  юғалған ике үҫмерҙе эҙләү дауам итә
Өфөлә юғалған ике үҫмерҙе эҙләү дауам итә
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: