+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель , 14:20

Минең ғаиләм!

Ғаилә-мөхәббәт усағы, ихласлыҡ һәм ышаныс сығанағы. Сабый сағынан уҡ бала ғаилә лә донъяны танып белергә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡларға, хөрмәт итергә өйрәнә. Тыуған йортоңдоң йылыһы, яҡындарыңдың ҡайғыртыуы-былар барыһы ла баланың кеше булып формалашыуына ҙур йоғонто яһай.  Беҙ күп балалы ғаилә. Ғаилә лә 5 ҡыҙ тәрбиәләнәбеҙ. Атайым- Ильфат, әсәйем-Инира, апайымдар-Лилиә, Альмира, Ләйсән һәм һеңлем-Зәлиә. Мин ғаилә лә дүртенсе бала.

Минең ғаиләм!
Минең ғаиләм!

Ғаилә-мөхәббәт усағы, ихласлыҡ һәм ышаныс сығанағы. Сабый сағынан уҡ бала ғаилә лә донъяны танып белергә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡларға, хөрмәт итергә өйрәнә. Тыуған йортоңдоң йылыһы, яҡындарыңдың ҡайғыртыуы-былар барыһы ла баланың кеше булып формалашыуына ҙур йоғонто яһай.

Минең ғаиләм, тыуған йортом, туғандарым -минең ышаныслы терәгем һәм таянысым. Ауыр ваҡыттарҙа ата-әсәйемә һыйына алам. Улар һәр саҡ минең менән. Беҙҙең өйөбөҙҙә һәр саҡ йылы һәм йәмле, сөнки беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Ғаилә байрамдарын һәр саҡ бергә ҡаршылайбыҙ.

Беҙ күп балалы ғаилә. Ғаилә лә 5 ҡыҙ тәрбиәләнәбеҙ. Атайым- Ильфат, әсәйем-Инира, апайымдар-Лилиә, Альмира, Ләйсән һәм һеңлем-Зәлиә. Мин ғаилә лә дүртенсе бала.

Атайым тракторист-комбайнер булып эшләй, Башҡортостаныбыҙҙың баҫыуҙарын арҡыры-буй гиҙеп яҙын иген сәсә, көҙөн иген игә.Уның оҙайлы эш сәфәренән ҡайтҡанын һағынып көтөп алабыҙ. Әсәйем хужабикә, ғаиләбеҙҙең усағы, өйҙә һәр саҡ тәмлекәстәр бешереп һағынып көтөп ала. Лилиә апайым Өфөлә, БДМУның медколлеждында уҡый, буласаҡ шәфҡәт туташы, Альмира апайым Стәрлетамаҡта компьютер белгесенә уҡып бөтөп йәнә лә уҡырға инде, БДУның Стәрлетамаҡ филиалында медицина өлкәһен һайланы, буласаҡ МРТ, рентген аппараттары белгесе. Ләйсән апайым менән мин әлеге көндә Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында белем алабыҙ, Зәлиә һеңлем әле балалар баҡсаһына йөрөй.

Ял көндәренә күмәкләшеп йыйылышҡас бик күңелле. Әсәйем беҙҙе тәмле аштары менән һыйлай. Аҙна буйы һағынышып ҡайтабыҙ өйгә. Мин һәр саҡ әсәйем менән атайыма ярҙам итергә тырышам. Күмәкләшеп эшләгәндә эшләүе лә еңел һәм эштә ырамлы ла була. Ата-әсәйем беҙҙе эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәтә.

Бөтә балаларҙа ғаиләле һәм ғаиләһендә бәхетле булһын, тип теләп ҡалам.

Әсфәндиәрова Асия,

Рәшит Назаров исемендәге

 Талбазы башҡрт гимназияһының

2-се класс  уҡыусыһы

Етәксеһе:  башланғыс кластар уҡытыусыһы

Йәлилова Розалия Әхмәт ҡыҙы.

Минең ғаиләм!
Минең ғаиләм!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: