+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель , 12:58

“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы еңеүселәре

Конкурсҡа тауыш биреү 15 март башланды һәм 1 апрель, ҡоштар көнөндә, тамамланды. Иң күп тауыш йыйған беренсе өс еңеүсе кем икән?

“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы еңеүселәре
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы еңеүселәре

Конкурсҡа тауыш биреү 15 март башланды һәм 1 апрель, ҡоштар көнөндә, тамамланды. Иң күп тауыш йыйған беренсе өс еңеүсе кемдәр икән?

1-се урын: Архангел районы Ҡыҫынды ауылы мәктабенең 3-сө синыф уҡыусылары. Уҡыусыһы: Салауатова Илизә Ильяс ҡыҙы. Улар 301 тауыш йыйған.

2-се урын: Сибай ҡалаһынан Марат Жумағулов. Ул 215 тауыш йыйған.

3-сө урын: Әбйәлил районы Асҡар ауылы "Сулпылар" балалар баҡсаһының өлкән төркөм балалары. Тәрбиәсеһе Шәрипова Фәүзиә Рәис ҡыҙы. 213 тауыш.

Еңеүселәрҙе бүләк һәм рәхмәт кәлимәләре көтә. Башҡа ҡатнашыусыларға сертификаттар.

Конкурсҡа килгән эштәр (1 февраль-15 март 2024 йыл) асыҡ тауыш биреү бәйгеһендә билдәле булды. Был конкурсҡа 54 эш килде. Улар ике өлөшкә бүленде.

Беренсе өлөш: https://vk.com/app7198399_-41010454#poll65f40c0c2f2bbc3f8a1282ff 

Икенсе өлөш: https://vk.com/app7198399_-41010454#poll65f40e765e865f35a1d87202 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: