+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель , 09:37

Ғаиләм- ҡәлғәм

“Ғаиләм- ҡәлғәм”, - тигән әйтем  бар халыҡта. Эйе, ғаиләлә беҙ ҡанат аҫтындағы ҡош балаһы кеүекбеҙ. Унда яҡлау, аңлау табып була. Ҡурсалаусы ла, яҡлаусы ла ғаилә. Мин күп балалалы ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Атайымдың исеме Флүр, әсәйемдеке - Земфира. Ағайҙарым Алмаз һәм Айгиз.  

Ғаиләм- ҡәлғәм
Ғаиләм- ҡәлғәм

“Ғаиләм- ҡәлғәм”, - тигән әйтем  бар халыҡта. Эйе, ғаиләлә беҙ ҡанат аҫтындағы ҡош балаһы кеүекбеҙ. Унда яҡлау, аңлау табып була. Ҡурсалаусы ла, яҡлаусы ла ғаилә.

 Мин күп балалалы ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Атайымдың исеме Флүр, әсәйемдеке - Земфира. Ағайҙарым Алмаз һәм Айгиз.

 Атайым әлеге көндә Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Әсәйем әлегә өйҙә генә, сөнки уның өҫтөндә бөтә донъя мәшәҡәттәре.

 Оло ағайым Алмаз үҙ ғаиләһе менән  Стәрлетамаҡ ҡалаһында  йәшәй. Айгиз ағайым гимназиябыҙҙың 9-сы синыфында  уңышлы уҡып йөрөй.  Мин башланғыс синыфта уҡығас, әсәйем мине төрлө түңәрәктәргә алып барып, алып ҡайта.

 Мораҙым ауылында минең Фәрзәнә өләсәйем һәм Тимерхан олатайым йәшәй. Беҙ бер –беребеҙгә ярҙам итешеп татыу ғүмер итәбеҙ. Улар менән беҙ бергә тыуған көндәрҙе һәм төрлө ғаилә байрамдарын уҙғарабыҙ. Эште лә бергә башҡарабыҙ. Шулай уҡ ауылда гөрләтеп өмәләр ҙә үткәреп ебәрәбеҙ. Минең өләсәйем күркәләр үҫтерергә ярата. Ул өмә көндө ҙур байрамға әйләнә.

Өләсәй менән олатайға ҡунаҡҡа ҡайтҡанда беҙ улар менән бергә уйындар уйнап, әкиәттәр һөйләргә, сәхнәләштерергә лә онотмайбыҙ. Өләсәйем Мораҙым ауылындағы ағинәйҙәр ойошмаһында ла әүҙем ҡатнашып йөрөй. Улар төрлө байрамдарҙа концерт менән сығыш яһайҙар.

Мин үҙемдең ғаиләм менән ғорурланам. Уларҙы бик яратам. Ошо матур донъяға мине тыуҙырғандары өсөн ата-әсәйемә мең рәхмәтлемен!

 

Әҙилә Аҙнабаева,

 Ауырғазы районы,

 Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының

 2-се  класс уҡыусыһы

Етәксеһе :  башланғыс кластар уҡытыусыһы

Йәлилова Розалия Әхмәт ҡыҙы

Ғаиләм- ҡәлғәм
Ғаиләм- ҡәлғәм
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: