+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель , 14:34

Һөйөнсө!!! Уҡыусыларға өйгә эштәр кәметеләсәк!!!

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса уҡыусыларға өйгә эштәр күләме кәметеләсәк. Шулай уҡ артыҡ контроль эштәрҙе бөтөрөү күҙ уңында тотола.

Һөйөнсө!!! Уҡыусыларға өйгә эштәр кәметеләсәк!!!
Һөйөнсө!!! Уҡыусыларға өйгә эштәр кәметеләсәк!!!

“Башинформ” агентлығында билдәләнеүенсә, Президент дөйөм белем бирү программалары буйынса уҡыусыларҙы һөҙөмтәле уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн саралар комплексын эшләп, тормошҡа ашырырға ҡушҡан. Бының өсөн өй эштәрен үтәүгә китә торған ваҡытты, шулай уҡ норматив-хоҡуҡи акттарҙа күҙҙә тотолмаған контроль эштәр һанын кәметергә кәрәк буласаҡ.
✅ Бынан тыш мәктәп программалары йөкмәткеһен дәүләт имтихандары йөкмәткеһенә тура килтереү талап ителәсәк.

Һөйөнсө!!! Уҡыусыларға өйгә эштәр кәметеләсәк!!!
Һөйөнсө!!! Уҡыусыларға өйгә эштәр кәметеләсәк!!!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: