“Һаҙағай” исемле балалар баҡсаһына йөрөйөм. Һүрәт төшөрөргә, пластилиндан төрлө һындар эшләргә яратам. Бейергә әүәҫмен. Тағы ла бер яратҡан шөғөлөм бар – “Аманат”ты уҡыйым. Һүрәттәрен буяйым. Кроссвордарын сисәм. Журналдың төрлө конкурстарында ҡатнашырға тырышам.