+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель , 08:43

Донъя ғаиләнән башлана

Ысынлап та,  бар нимә лә ғаиләнән башлана тип уйлайым мин. Кешене бала саҡтан ғаиләлә алған тәрбиә ғүмер буйы оҙата бара. Юҡҡа ғына халыҡ мәҡәлендә “Ояңда ни күрһәң- осҡаныңда шул булыр”,- тиелмәгән.  Беҙ ғаиләлә өс малай үҫәбеҙ. Ағайым Айназ, мин, ҡустым Айзат. Беҙҙе бәләкәйҙән ата-әсәйебеҙ эште яратырға өйрәтеп үҫтерә. Беҙ малайҙар, ҡыҙҙар эшен бер ваҡытта ла айырып тормайбыҙ: кәрәк икән сынаяҡ та йыуабыҙ, урын йыйыштырбыҙ, баҡсала сүп утайбыҙ, атай менән бесәнгә лә йөрөйбөҙ.

Донъя ғаиләнән башлана
Донъя ғаиләнән башлана

Ысынлап та,  бар нимә лә ғаиләнән башлана тип уйлайым мин. Кешене бала саҡтан ғаиләлә алған тәрбиә ғүмер буйы оҙата бара. Юҡҡа ғына халыҡ мәҡәлендә “Ояңда ни күрһәң- осҡаныңда шул булыр”,- тиелмәгән. 

Беҙ ғаиләлә өс малай үҫәбеҙ. Ағайым Айназ, мин, ҡустым Айзат. Беҙҙе бәләкәйҙән ата-әсәйебеҙ эште яратырға өйрәтеп үҫтерә. Беҙ малайҙар, ҡыҙҙар эшен бер ваҡытта ла айырып тормайбыҙ: кәрәк икән сынаяҡ та йыуабыҙ, урын йыйыштырбыҙ, баҡсала сүп утайбыҙ, атай менән бесәнгә лә йөрөйбөҙ.

Атайым менән әсәйем беҙгә ҙур үнәк. Донъяға булған бар һөйөүҙе улар беҙгә уятты. Донъяның тәмен белеп, ҡәҙерен күреп йәшәйбеҙ.

Әсәйем һәр ваҡыт “Өс таған – таймай,” – ти. Минең уйлауымса беҙ бер-беребеҙгә терәк булырға тейеш.

Беҙ ғаилә менән йыш ҡына тәбиғәттә ял итәбеҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ. Бергә ял иеүе - үҙе бер шатлыҡ. Сөнки атайым Себер яҡтарында эшләгәнгә күрә, беҙ уны һирәк күрәбеҙ һәм һәр саҡ һағынып көтөп алабыҙ.

Әсәйем менән атайым беҙҙе ныҡ ярата. Үҙҙәре белгән шөғөлдө беҙгә лә өйрәтергә тырышалар. Сөнки, ниндәй генә эш булмаһын, киләсәктә һәр береһе беҙҙең өсөн кәрәкле. Илебеҙ тыныс булып, һәр ғаиләлә балалар бәхетле, ата-әсәле булып үҫһен ине.

  Ғималдинов Айхан,

Ауырғазы районы

Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының

 2-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы

Йәлилова Розалия Әхмәт ҡыҙы.

Донъя ғаиләнән башлана
Донъя ғаиләнән башлана
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: