Беҙ мәктәбебеҙҙә тәбиғәт мөйөшө булдыра башланыҡ. Был мөйөштөң тәүге хужалары-ташбаҡалар. Был ҡунаҡтар беҙгә Абҙаҡтан килделәр. Уны беҙгә «Яш-Тан» отелы хужаһы бүләк итте. Ауылдашыбыҙ Нажия апайға йүнләшеп биргәненә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Киләсәктә был мөйөштө балыҡ, тутыйғош, гөл-сәскәләр менән тулыландырырға уйлайбыҙ. Тәнәфестә беҙ ҙур теләк, ҡыҙыҡһыныу менән уларҙы күҙәтәбеҙ, йәшәйештәрен өйрәнәбеҙ.Хатта һүрәт түңәрәгендә беҙ уларҙы тырышып-тырмашып һүрәткә төшөрөп маташтыҡ. Был мөйөш тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатынан сығып булдырылды.

Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең "Тылсымлы бумала" түңәрәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар.