+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
4 Апрель 2024, 03:42

Рәсәйҙә мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәренә өҫтәмә аҡса түләнә

«Марттан 100 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙың  уҡытыусылары өсөн түләү ике тапҡырға арттырыла», — тине Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин.  

Рәсәйҙә мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәренә өҫтәмә аҡса түләнәРәсәйҙә мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәренә өҫтәмә аҡса түләнә
Рәсәйҙә мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәренә өҫтәмә аҡса түләнә

Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында хөкүмәттең эше тураһында отчеты менән сығыш яһаған ваҡытта сентябрь айынан мәктәп һәм колледж директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәренә өҫтәп 5 мең һум аҡса түләнә башлауын әйтте.

Власть органы рәйесе билдәләүенсә, хәҙер уҡытыусылар ай һайын класс етәкселеге өсөн 5 мең һум аҡса ала.

«Марттан 100 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙың  уҡытыусылары өсөн түләү ике тапҡырға арттырыла», — тине Мишустин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-03/sovetnikam-direktorov-shkol-po-vospitaniyu-v-rossii-budut-vyplachivat-nadbavku-3712687

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас