Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә икенсе синыф уҡыусыһы мутлашыусыларға әсәһенең 50 мең һумлыҡ иҫәбен бушатырға ярҙам итә. Әгәр апаһы ваҡытында иғтибар итмәһә, зыян күп тапҡырға артыр ине. Миллионлыҡ кредит ҡотолғоһоҙ булыр ине, тип хәбәр итә "Мошки" телеграм-каналы.
Билдәле булыуынса, мәктәп уҡыусыһы популяр онлайн-уйын платформаһында башҡа уйынсы менән таныша, ә улар араһында мутлашыусылар ҙа бихисап. Яңы интернет-дуҫ малайға уйын валютаһын ысын аҡсаға һатып алырға тәҡдим итә. Мутлашыусы уны ата-әсәһенең мобиль телефонын алырға күндерә. Инструкция буйынса, бала, банк күсереүҙәренең асылын аңламайынса, сит кешегә ата-әсәһенең банк иҫәбенә инеү мөмкинлеген бирә.
Интернет аша шулай уҡ ауыр енәйәттәр ҡылыу өсөн мутлашыусылар йәш быуынды йәлеп итә: наркотиктар менән сауҙа итеү, яндырыу һәм диверсиялар.
Балаларҙың интернетта үҙҙәрен нисек тотоуына ата-әсә контролен булдырығыҙ, тип әйтелә өлкәндәргә бирелгән иҫкәрмәлә.
фото: Башинформ