+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
9 Апрель 2024, 03:32

Етем балаларға аҡса бирелә башлай

Башҡортостанда 1 июндән етем балаларға кеҫә сығымдарына аҡса бирелә башлай. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

Етем балаларға аҡса бирелә башлайЕтем балаларға аҡса бирелә башлай
Етем балаларға аҡса бирелә башлай

Башҡортостанда 1 июндән етем балаларға кеҫә сығымдарына аҡса бирелә башлай. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Тейешле закон БР Дәүләт Йыйылышының һуңғы ултырышында ҡабул ителә.

1 июндән 7 йәштән 10 йәшкә тиклемге балалар айына 700 һум, ә өлкәндәр 1000 һум аласаҡ. Әлбиттә, был аҡсаны улар тәрбиәселәр һәм кәңәшселәр ярҙамында тотонасаҡ. Кемдер үҙенең бәләкәй хыялына, кемдер һеңлеһенә шоколадҡа, ҡыҙ балаға сәскәләргә аҡса йыя башлаясаҡ, - тип һөйләне министр.

Яңы закон, шул иҫәптән, финанс грамоталылығын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Балаларға үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға ваҡыт еткәс, аҡсаны нисек тотонорға кәрәклеген төшөндөрөргә кәрәк.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас